Баймаҡтарға еңелерәк18.02.2019
Быйыл республика фермерҙарына дәүләт тарафынан 1,1 миллиард һумлыҡ гранттар бүленәсәк. Был – дүрт программа буйынса дөйөм сумма. Федераль ҡаҙнанан 740 миллион һум киләсәк.

Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса, көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш фермерҙары иң күп ярҙам алған, сөнки был төбәктәр ныҡлы иғтибар талап итә. Мәҫәлән, Баймаҡ районы йүнселдәре 142,3 миллион һумлыҡ 61 грант яулаһа, Йәрмәкәйҙә 7,2 миллионлыҡ дүрт грант бирелгән.

Бөгөн Башҡортостанда 6,5 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Улар дөйөм иген продукцияһының 33 процентын, көнбағыштың – 30, шәкәр сөгөлдөрөнөң – 22, теплица йәшелсәләренең – 15, һөттөң – 11, иттең биш процентын етештерә.




Вернуться назад