Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел16.02.2019
Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре эшмәкәрлегендә лә йәнлелек: улар ризыҡ төрҙәрен үҙҙәрендә етештереү юлдарын эҙләй һәм таба.

Мәҫәлән, Хәйбулла районының Әбеш ауылы эшҡыуары Рәзилә Илембәтова ауырлыҡтарҙан һис тә ҡурҡып тормаған: төпкөлдә тотҡан да һөт етештереү буйынса цех асҡан. Һөҙөмтәлә, берҙән, урындағы халыҡҡа көндәлек “аҡ”ты тапшырып, аҡса алыу мөмкинлеген тыуҙырһа, икенсенән, үҙҙәрен дә эшле иткән.

Әлегә цехта көнөнә 150 литр самаһы һөт эшкәртелә. Иң мөһиме – сеймалды әллә ҡайҙан эҙләп йөрөйһө түгел, үҙҙәре әйтмешләй, “көн һайын килеп ингән дәүләт”.

Ошоға тиклем Аҡъяр магазиндары кәштәләренә пастеризацияланған пакеттарҙағы Әбеш һөтө сығарылһа, хәҙер улар янында “Әбеш” маркалы ҡатыҡ һәм кефирҙар ҙа урын алды.


Вернуться назад