Нефтекама, Белорет һәм Благовещен ҡалалары социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмәләр статусын аласаҡ. Рәсәй иҡтисад форумында төбәктәр етәкселәре менән осрашыуҙа Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев ошо хаҡта белдерҙе.“Илдә 11 моноҡаланы һәм өс ябыҡ административ-территориаль берекмәне социаль-иҡтисади йәһәттән алдан барған биләмә итеү тураһында Хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйылды, – тине ул. – Төбәктәр өсөн был ысынлап та яҡшы: ошондай статуслы биләмәләрҙә һалым һалыуҙа ташлама бар, инвесторҙарҙы йәлеп итеү еңелерәк һәм башҡа өҫтәмә мөмкинлектәр ҡарала. Һөҙөмтәлә ҡала урындағы предприятиеларға бойондороҡло булыуҙан арынасаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, тораҡ пункттарға яңы һулыш биреләсәк”.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге ҡарарҙың мөһимлеген билдәләне. “Ябай һәм аңлайышлы итеп әйткәндә, был – ҡалаларға алға иҡтисади ынтылыш алыу өсөн етди мөмкинлек”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Бәләбәй менән Күмертау ҡалалары ошондай статус йөрөтә.