Бөрйән районында 2020 йылда ҡеүәте 10 мегаватҡа тиклемге ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта Рәсәй инвестиция форумы барышында “Хевел” компаниялар төркөмө генераль директоры Игорь Шахрай республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе.Эш өсөн һалынасаҡ инвестиция күләме 800 миллион һум булыр тип көтөлә. Компания етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәйҙә ҡояш электр станцияһы беренсе тапҡыр селтәр менән параллель эшләйәсәк. Был проектты тормошҡа ашырыу ҡулланыусыларҙы электр менән тәьмин итеүҙең сифатын, ышаныслылығын арттырыуға ғына түгел, ә Бөрйәндең экологик хәлен яҡшыртыу, уникаль тәбиғәт-климат шарттарын һаҡлауға ла булышлыҡ ҡыласаҡ.
Бынан тыш, “Хевел” Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында дүрт ҡояш электр станцияһы (һәр береһенең ҡеүәте – 25 МВт) төҙөргә планлаштыра.