Бөгөн Рәсәй инвестиция форумы барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров “СИБУР Холдинг” йәмғиәте идаралығы рәйесе Дмитрий Конов менән эш осрашыуы үткәрҙе.Унда билдәләнеүенсә, һуңғы йылдарҙа Благовещен предприятиеһында полиэтилентерефталат етештереүҙе киңәйтеү буйынса инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Әле “Полиэф” акционерҙар йәмғиәтендә терефталь кислота етештереүҙе йылына 350 мең тоннаға тиклем еткереү маҡсатына ярашлы эш алып барыла.
Проекттың дөйөм хаҡы – алты миллиард һумдан ашыу. Моно-ҡалаларҙы үҫтереү фонды финансларға әҙер.
Осрашыу барышында Радий Хәбиров менән Дмитрий Конов проектты тормошҡа ашырыуҙың мөмкинлектәре һәм форматы тураһында фекер алышты.