"Эшҡыуарҙың ышанысын яулар кәрәк"14.02.2019
Инвестициялар – шул ҡәҙәр хикмәтле нәмә, уңыш ҡошо һымаҡ, тине бөгөн журналистарға Сочиҙа үткән Рәсәй инвестиция форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге сарала Башҡортостан тарафынан 40 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған.

“Бында етди эш алып барыла, һәр эре предприятие тауарын яҡындан күрһәтә, тәҡдим итә, осрашыуҙар билдәләнә, яңы эш бәйләнештәре булдырыла, – тине Радий Фәрит улы. – Осраҡлы осрашыуҙар оҙайлы иҡтисади бәйләнештәргә юл һала. Бөгөнгө форум – күп көс талап иткән ҙур эштең башы. Килешеүҙәр, аҡса, инвестициялар тиҙ генә барлыҡҡа килмәй. Форумдың икенсе мөһим темаһы – милли проекттар, тап әле беҙ шөғөлләнгән мәсьәлә”.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн төбәккә һәм, ғөмүмән, тотош илгә инвестициялар йәлеп итеү – үтә мөһим бурыс.

“Яҡташтарыбыҙҙың байтағы ниндәйҙер сәбәптәр менән бизнесты төрлө урында алып бара. Беҙҙең бурыс – уларҙы илебеҙгә ҡайтарыу, ә бындағыларҙа власҡа ҡарата ышаныс тыуҙырыу. Ни өсөн тигәндә, эшҡыуар һәр саҡ һаҡ. Ул власҡа ышанмай икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ”, – тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Башҡортостан менән Ҡырым араһында ике яҡ өсөн дә файҙалы иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлеге хаҡында белдерҙе.


Вернуться назад