Быйыл Кушнаренко районында ете мең баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә башлай. Проект Израилдең “LR-group” компанияһы һәм “AVG Capital Partners” тура инвестициялар фондының идарасы партнеры менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошо компаниялар етәкселеге менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 149 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Ике ферманан тыш, инвестор мал аҙығы үҙәге лә төҙөйәсәк.