Федоровка районының Покровка ауылында малсылыҡ комплексы төҙөләсәк. Инвестиция күләме – 4 миллиард һум.
Ферма базаһына малдарҙы һимертеү майҙансыҡтары, хужалыҡ биналары һәм ҡоролмалар инә. Проектҡа ярашлы, шәхси хужалыҡтары булған фермерҙарҙан һәм ауыл хужалығы ойошмаларынан ике айҙан алты айға тиклемге быҙауҙар һатып алынасаҡ һәм уларҙы 18 айлыҡ булғансы үҫтереп, артабан реализациялау планлаштырыла.
Бөгөн Сочи ҡалаһында барған инвестиция форумы сиктәрендә “Gruppo Cremonini” Италия холдингыһының Рәсәй бүлексәһе —“АгроСакмара Башкирия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Төҙөлөш эштәре быйыл майҙа башланасаҡ.