14 февралдә Сочиҙа эшләй башлаған Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан тәүге инвестиция килешеүҙәре төҙөнө. Улар агросәнәғәт комплексы өлкәһенә ҡағыла.
Мәҫәлән, Йәрмәкәй районында ҙур малсылыҡ комплексын төҙөү күҙаллана. Унда йылына 22 мең тоннанан ашыу һөт етештереләсәк. Инвестицияның дөйөм күләме өс миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Документҡа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм инвестор вәкиле – “Северная Нива Башкирии” йәмғиәтенең генераль директоры Петр Дубянский ҡул ҡуйҙы.
“Северная Нива Башкирии” йәмғиәте проекты буйынса Йәрмәкәй, Бәләбәй һәм Бишбүләк райондарында дүрт малсылыҡ комплексы асыу планлаштырыла. Был эшкә бөтәһе 17,4 миллиард һум инвестиция йүнәлтеләсәк.