Федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен банкрот тип таныу тураһында ғариза менән арбитраж судҡа ғариза ебәргән. Иск талабы – 53,9 миллион һум.
Саҡмағош һөт заводы Дүртөйлө һәм Татарстандың Сабинск һөт заводтары менән бергә “Башмилк” компаниялар төркөмөнә инә. Былтыр холдинг илдең иң ҡеүәтле һөт эшкәртеүсе компаниялары араһында 20-се урынды яулағайны. Бында “Край курая”, “Честное коровье”, “Сыр сабинский”, “Две коровки” брендтары менән тауар етештереләр.