Әле “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 10 минутҡа бер самолет ҡабул итә ала. Уны яңыртҡандан һуң, ул 5 минутҡа бер самолет ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Был турала Рәсәй Транспорт министрлығы вәкилдәре менән осрашыуҙан һуң социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙҙы.
“Беҙ эске линиялар терминалын төҙөкләндерәбеҙ һәм, пассажирҙарҙың даими артыуын иҫәпкә алғанда, аэродром ҡеүәте етмәү хәүефе барлығын онотабыҙ. Шуға күрә артабанғы бурыс – аэродром комплексын яңыртыу. Был эштәрҙе финанслау мәсьәләһе федераль министрлыҡ кимәлендә өйрәнелә”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.