Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһын киңәйтеү тураһында һөйләште.
– Әлегә Стәрлетамаҡты урап үтә торған юл яңыртыласаҡ. Был участкала эш ергә документтар тултырылғас башлана, – тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала транспорт инфраструктураһы артабан да үҫтереләсәк.