Эшлекле осрашыуҙар көтөлә14.02.2019
Бөгөн Сочи ҡалаһында Рәсәй инвестиция форумы асылды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша.

Ике көн дауам итәсәк форумда власть, бизнес вәкилдәре милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төрлө юлдарын өйрәнәсәк. Быйыл эшлекле программанан тыш, кейс-зоналар ҙа эшләйәсәк, уларҙа интерактив форматта көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк.

Радий Хәбиров бер нисә дискуссияла ҡатнашасаҡ, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, Рәсәйҙең эре компаниялары етәкселәре менән унлаған осрашыу ҙа ҡаралған. Ул шулай уҡ инвестиция форумының пленар ултырышында ҡатнашасаҡ, уны ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрә.

Башҡортостан форумда айырым экспозиция булып тәҡдим ителә. Унда шулай уҡ инвесторҙар менән осрашыуҙар, сәнәғәт етештереүе һәм агросәнәғәт комплексы өлкәләрендә килешеүҙәр төҙөү көтөлә.

Форум сиктәрендә Рәсәй һәм сит ил компаниялары менән дөйөм хаҡы 35 миллиард һум самаһы булған инвестиция проекттарына, хеҙмәттәшлек тураһында төбәктәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.

Быйыл Рәсәй инвестиция форумы өс йүнәлеш буйынса эшләй: “Рәсәйҙә эшлекле климат”, “Төбәк сәйәсәте”, “Яңы социаль повестка”.


Вернуться назад