“Алға”лар һәр ваҡыт алда13.02.2019
Республика хужалыҡтарында бөгөн мал ҡышлатыуҙың иң ҡыҙыу осоро.

Халыҡтың да эшкә дәрте ташып тора, сөнки йәй-көҙ айҙарында оҙон ҡышҡа етерлек аҙыҡ тупланған, фермаларға ремонт үткәрелгән, малдарҙың да тамағы мул булғас, һөт етештереү күләме күҙгә күренеп арта. Саҡмағош районының “Алға” колхозы эшсәндәре лә ҙур ихласлыҡ менән үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рушан Ғайсин етәкселегендәге тоҡомсолоҡ заводы төбәктә яҡшылар иҫәбендә: уңған, бөтмөр эшсәндәре малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һынатмай.

Бында алты ауылдан 200-гә яҡын кеше тырышып эшләй. Хужалыҡтың өс меңгә яҡын баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыры йылы ҡураларға ингән, шартлы һәр баш малға 36,9 центнер мал аҙығы әҙерләнгән.

“Алға”ның малсылары йәй, мал аҙығы етештереү менән бер рәттән, һөтсөлөк фермаларына матур итеп ремонт та үткәргән. Хәҙер ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Етәкселек уңайлы шарттар булдырыуға күп көс һала, бының өсөн аҡса йәлләмәй. Көйәнтә менән һыу ташыу, ҡул менән мал аҙығы таратыу күптән инде тарихта ҡалған. Бөгөн “Хозяин” комплексы күп кенә эште яңғыҙы башҡара. Әйткәндәй, йәмғиәт ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға иғтибар бүлә. Һуңғы ике-өс йылда, мәҫәлән, 100 миллион һумлыҡ техника алғандар, фермаларҙа һауын машинаһы менән һөт үткәргесте алмаштырғандар. Йәйге лагерҙарҙа ла эш күптән механизацияланған, мәҫәлән, йәйләүҙәргә 28 һөт һауыу станогы урынлаштырылған, тағы ла биш тонна һыйҙырышлы һөт һыуытҡыс һатып алғандар.

– Аҡса йәлләй торған заманалар үтте. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн иҫкенән ҡотолоп, яңы ҡорамалдарға күсергә кәрәк, – ти Рушан Рифҡәт улы.

Хужалыҡтың 682 баш һауын һыйыры бар. Заманса техника һөҙөмтә бирмәй ҡалмай, әлбиттә: һөт етештереү күләме күпкә артҡан. Бәләбәй һөт заводына көн дә 12 тоннанан ашыу продукция оҙаталар. Һауынсылар Гөлназ Зәйнуллина, Эмма Бикмурзина, Эльза Саматова, Ғәлиә Ильясова, Гөлнара Кәримова, көтөүселәр Әзиф Арыҫланов, Таһир Нәбиев, быҙау ҡараусылар Ирина Усманова, Таһир Хисаметдиновтар бөгөн хужалыҡтың алдынғылары исемлегендә. “Бында беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе ихтирам итәләр, етәкселек яғынан һәр саҡ иғтибар булғас, эшләүе лә күңелле”, – ти малсылар. Әйткәндәй, етәкселек малсыларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртып, йыл әйләнәһенә уларға ял йорттарына йүнәлтмә бүлә.


Вернуться назад