Һәүкәштең дә үҙ көйө11.02.2019
“Раевка” ауыл хужалығы предприятиеһының Казанка һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Татьяна Предатченко райондың алдынғылары иҫәбендә.

25 йыл буйы ошо тынғыһыҙ тармаҡта эшләп, күпселек өлөшөн малсылыҡ өлкәһенә арнаған ул. Тормош иптәше Юрий Иванович та ошо хужалыҡта оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй. Татьяна Викторовна эшсән, татыу коллективта эшләүе менән ғорурлана. “Айырыуса беҙҙе алмаштырыусы һауынсы Зөлфиә Биктимероваға рәхмәтебеҙҙе белдерге килә, – ти ул, – беҙ үҙебеҙҙең һыйырҙың холоҡ-фиғеленә күнеккәнбеҙ инде. Ә уға дүрт төркөмдәге һәүкәштәрҙең һәр береһенә яраҡлашырға, өйрәнергә тура килә”, – тип хеҙмәттәштәрен маҡтап бөтөрә алмай райондың иң алдынғы һауынсыһы Татьяна Викторовна.




Вернуться назад