Инвесторҙар был проекттарға тотонормо?08.02.2019
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республиканың 100 йыллығы уңайынан төбәктең инвестиция проекттары күрһәтелде.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палаталары үткәргән сессияла илебеҙҙән, Төркиәнән, Бөйөк Британиянан, Чехиянан һ.б. дәүләттәрҙән илленән ашыу инвестор ҡатнашты. Уларҙың һәм эксперттарҙың иғтибарына төрлө тармаҡҡа бәйле алты проект тәҡдим ителде: Учалыла “Әүешкүл” һауыҡтырыу-туристик үҙәге төҙөү; ябай целлюлоза эфирҙары етештереү (“Экойл” йәмғиәте); Ҡырмыҫҡалы районында Башҡортостан аграрийҙары йорто булдырыу; Салауатта “Алмас-молл” мәҙәни-эш үҙәге асыу; бойҙайҙы тәрән эшкәртеү буйынса завод һәм төбәк-ара күп йүнәлешле медицина үҙәге төҙөү.

Инвесторҙар менән ошондай осрашыуҙар даимиға әйләнәсәк, ти ойоштороусылар.


Вернуться назад