“Пышка” Мәскәүҙе яулармы?08.02.2019
“Пышка” Мәскәүҙе яулармы?“Пышка” компаниялар төркөмө етәксеһе Рәсимә Мусина Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан республика етештереүселәре тауарҙарын Мәскәү баҙарына сығарыуҙа ярҙам һораны.

– Сифат буйынса беҙҙең тауарҙар “Мираторг”, “Бәхетле”, “Азбука вкуса” кеүек компанияларҙан бер ҙә кәм түгел, – тине ул республика етәксеһенең Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһында эшҡыуарҙар менән осрашыуы барышында. – Продукциябыҙҙы Мәскәүҙә күрге килә, тик үҙебеҙҙең генә ҡулдан килмәй, тырышлыҡты берләштерергә кәрәк.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Мәскәүҙә эшләгән конкуренттарҙың өҫтөнлөгө бар. “Шул уҡ “Бәхетле”лә маркетинг һәйбәтерәк һәм интерфейс та уңайлыраҡ”, – тине ул һәм Мәскәүҙәге республика вәкиллегендә эшләгән Роман Симандуевтың бәйләнештәре күп яҡлы һәм саралар ойоштороуҙа тәжрибәһе ҙур булыуын хәтергә төшөрҙө. Ул урындағы етештереүселәргә баш ҡала баҙарына сығырға ярҙам итеүе ихтимал.





Вернуться назад