Ҡортсоларҙың йыл әйләнәһенә хәстәре дауам итә. Тап ошо йәһәттән Ҡариҙел район хакимиәтендә умартасылар йәмғиәтенең кәңәшмәһе үтте. Унда быйылғы йылға эш планы ҡаралды, тармаҡтың үҫеш мөмкинлектәре хаҡында йәнле һөйләшеү булды.
Кәңәшмәгә республикала иң маһир ҡортсолар булараҡ билдәле уңғандар ҙа саҡырылғайны. Иглиндән Фәнил Ғәләметдинов, Ишембайҙан Руслан Боҫҡонов үҙҙәренең эш өлгөһө менән уртаҡлашты, практик кәңәштәр бирҙе һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүгә саҡырҙы. Бал ҡорттарын тәрбиәләү, мул уңыш алыу, аҙаҡ уны һатыу йәһәтенән уларҙың дуҫтарына бүлешәһе тәжрибәһе шаҡтай.
Бөгөн республикала ҡортсолар ҙа кооперацияға берләшә бара. Ошо йәһәттән Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәгенең ҡулланыусылар кооперацияһы үҫеше буйынса менеджер Хәйерзаман Хөснийәров төбәктәге ыңғай эш алымдары хаҡында һөйләне. Район умартасылар йәмғиәте рәйесе Александр Тетьков бөгөн ойошма ағзалары алдында торған мөһим бурыстарҙы билдәләне. Мәҫәлән, умарталыҡтарҙан донъя стандарттарына яуап биргән бал алыу өсөн белемде даими арттырыу, үҙеңдең яныңа йәштәрҙе йәлеп итеү зарур.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ районда "Бал фестивале – 2019" һәм "Апимондия – 2021" Халыҡ-ара конгресына әҙерлек мәсьәләре буйына фекер алышты.