Быйыл республикабыҙҙың 20 муниципалитетында бизнес өсөн коворкинг-үҙәктәр булдырыласаҡ. Төбәктәге инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ торошон яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында ошо хаҡта белдерелде.Сара Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә үтте. Унда Өфөлә бизнес-инкубатор булдырыу мәсьәләһен ныҡлы өйрәнеү бурысы ҡуйылды һәм Сибай, Салауат, Октябрьский ҡалаларындағы бизнес-инкубаторҙарға “Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһын берҙәм идара компанияһы итеп билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Шулай уҡ “Төҙөлөшкә рөхсәт биреү тәртибенең һөҙөмтәлелеге” факторы буйынса Милли рейтинг күрһәткестәре, республиканың ликвид булмаған мөлкәтен баһалау тәртибе һ.б. мәсьәләләр тикшерелде.