2024 йылға М-5 “Урал” трассаһының Туймазы районындағы өлөшө алты һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәк. “Приуралье” юл идаралығынан дөйөм оҙонлоғо 20 саҡрымлыҡ ике участканы яңыртыу башланғаны хаҡында хәбәр иттеләр. Уларҙың береһе – Башҡортостан менән Татарстан тоташҡан ерҙә.
“Был участкаларҙа көсөргәнеш ҙур, төбәктәр араһында йөк әйләнеше йылдан-йыл арта, – тиҙәр Росавтодор филиалында. – Юлды яңыртыу был мәсьәләне тулыһынса яйға һаласаҡ: хәрәкәт итеү һыҙаттары алтауға етәсәк”.
Яңыртыласаҡ участкаларҙың береһе Ҡандра ҡасабаһы аша үтә. Халыҡтың экологик хәүефһеҙлеген тауыштан һаҡлау экрандары тәьмин итәсәк.