Һин инвестиция мөхитен яҡшырттыңмы?07.02.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандағы дәүләт структуралары һәм ойошмалары етәкселәренең Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттары торошоноң милли рейтингындағы һәр күрһәткес өсөн шәхси яуаплылығын билдәләне. Ошо рейтинг күрһәткестәре бүленешенә тейешле үҙгәрештәр индерелде.

Документ Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан әҙерләнде. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығындағы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, был яңылыҡ инвестиция шарттарын яҡшыртыу, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндә административ кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.




Вернуться назад