Алда хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булғайны. Республика етәксеһе унда предприятие етәкселәре менән кәңәшмә лә үткәрҙе.“Завод үҫешһен, заказдар күбәйһен өсөн республика ниндәй ярҙам саралары күрһәтә ала – шул хаҡта һөйләштек, – тине аҙаҡ Радий Фәрит улы, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. – Илдә был тармаҡта конкуренция көслө. Беҙ бергә эшләргә тейешбеҙ”.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, яҡын арала ул Оборона министрлығы, “Газпром” етәкселеге менән осрашып, уларға айырым маҡсаттарҙы еткерәсәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ предприятиела булған бихисап социаль һорауҙар, граждандар авиацияһы өсөн двигателдәр эшләүҙе үҫтереү варианттары ҡаралған.
“Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – оло тарихлы, үҙ йүнәлешендә юғары компетенцияларға эйә үҙенсәлекле предприятие. Бында тотороҡло эшләгән яҡшы коллектив тупланған, йәштәр, Өфө дәүләт авиация техник университетының сығарылыш студенттары күп. Предприятие заман менән бергә атлай, яңы технологиялар ҡуллана. Мине заманса Европа заводын хәтерләткән бер нисә цех һоҡландырҙы. Ғөмүмән, был – XXI быуат предприятиеһы”, – тине Радий Хәбиров.