250 мең һумға ғына яңылышҡандар...06.02.2019
Ғинуар аҙағында Күмертауҙың 218 йортонда йылылыҡ өсөн түләүгә квитанция алалар. Унда ғәҙәттәге һандар урынына төрлөсә хаҡ ҡуйылған була. Кемгәлер хатта биш мең һум түләү килә.

Граждандар урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Ҡалала махсус комиссия төҙөлә, ул 50 йорттоң иҫәп-хисабын тикшерә.

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәәүләт комитеты Динар Дияров яуап биреүенсә, ҙур хаталаныуҙар табылмай. Ысынлап та, туғыҙ йортта 250 мең һум дөйөм суммаға яңылышыу булған. Ҡайҙалыр торлаҡ булмаған майҙан өсөн хаҡ ҡуйылһа, ҡайҙалыр дөрөҫ булмаған норматив ҡулланылған.

Артыҡ талап ителгән сумманы торлаҡ хужаларына кире ҡайтарасаҡтар. Ҡаланың башҡа йорттарын да тикшерергә ҡушылған.


Вернуться назад