Республикала малдарҙы танып-белеү буйынса эш башланды. Һәр бер башҡа үҙенсәлекле һан беркетелә. Уны “Россельхознадзор” бирә.
Әле был эш ун өс райондың хужалыҡтарында тулыһынса башҡарылған. 1 апрелгәсә бөтә малдар ҙа билдәгә эйә буласаҡ, ә 1 майға бал ҡорттары буйынса эш тамамланасаҡ.
Был сара малдың эйәһе кем икәнен, уның күсеп йөрөүен, ветеринар-профилактика тикшереүен үтеү-үтмәүе тураһында белдереп торасаҡ. Шулай уҡ хәүефле сир сығанаҡтарын тиҙ асыҡларға ла ярҙам итәсәк.