Урмансылар хәҙер иген үҫтерә, ит етештерә06.02.2019

Үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһе — ус төбөндә
2019 йыл — “Урал-Тау” ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн иҫтәлекле осор. Барыһы ла әле генә булғандай тойола. Предприятиеның генераль директоры Таһир Зарипов менән тәүге тапҡыр осрашыуым әле лә хәтерҙә. Бүлмә ишеге ҡапыл асылып китте лә ышаныслы аҙымдар менән мыҡты кәүҙәле йәш ир килеп инде.

– Таһир булам, – тине ул, ихлас йылмайып. – Һеҙҙе алырға килдем. Механизаторҙарыбыҙ тураһында район гәзитенә яҙырға кәрәк.
Иҫке генә “Нива” машинаһына ултырып, баҫыуға юлландыҡ. Ул осорҙа баҫыуҙар Арый ауыл Советы биләмәһендә генә ине. Таһир Ғафар улы етәксе сифатында уңышлы эшләп йөрөй.

Колхозды һатып ала

Бала сағында уҡ һәр уйынды башлап йөрөгән шуҡ малай булып үҫә, иртә әсәйһеҙ ҡала ул. Атаһы иһә кесе улына яҡшы тәрбиә бирә алмам тип, уны музыкаға һәләтле балалар өсөн мәктәп-интернатҡа алып килә. Йыр-моң әллә ни ылыҡтырмай үҫмерҙе, күңеле күберәк тәбиғәткә, техникаға тартыла. Бер аҙҙан уны музыкаль йүнәлештәге хәрби часҡа полк улы итеп ебәрәләр. 18 йәше тулыу менән хәрби хеҙмәткә алалар. Әрменән һуң урман-техник колледжында белем эстәй. Ҡулына диплом алғас, Дыуан урмансы­лығында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Юғары белем алыу ниәтендә Башҡортостан дәүләт аграр университетының урман-техник факультетын ситтән тороп тамамлай.

Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар дәүере башланыу менән Таһир Зарипов үҙенең һәләтен тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт еткәнен аңлай. Дуҫы менән бергә ауыл хужалығы предприятиеларына техникаға алмаш частар ташый башлай. Егеттәрҙең эше алға китә. Әйткәндәй, “Урал” колхозына ул бер миллион һум (15 йыл элек был — ғәйәт ҙур аҡса) һала. Сираттағы колхоз йыйылышында, ҡаҙаныштар хаҡында рапорт биреп, алдынғыларҙы ҡотлағанда, Таһир Зарипов, трибунаға сығып, предприятиеның дәүләткә генә түгел, шулай уҡ уға ла байтаҡ бурысы булыуы тураһында әйтә. Нимә эшләргә? Артабан былай дауам итеү мөмкин түгеллеген, колхоздың бөлгөнлөккә тәгәрәүен барыһы ла яҡшы аңлай. Таһир иһә, колхозды һатып алып, уға етәксе булыу тәҡдимен индерә. Барыһы ла бер тауыштан риза була.

Икмәк – бөтәһенә лә баш

Урамда – ҡара көҙ, буралар буш. Фураж да йыл буйы етмәйәсәк, сифатлы орлоҡҡа ҡытлыҡ. Колхозсыларға малына ашатырға иген таратырға кәрәк. Техника иҫкергән, сафтан сыҡҡан, яғыулыҡ менән алмаш час­тар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Яңы рәйес иң әүҙем, уңған кешеләрҙе йыйып кәңәшләшкәндән һуң, эште колхоздың атамаһын үҙгәртеүҙән башларға ҡарар итә. “Урал” исемен үҙгәртеүҙе ишеткәс, ололар бойоғоп ҡала. Әммә Таһир уларҙың кәйефен ҡырырға теләмәй. Һөҙөмтәлә “Урал-Тау” предприятиеһы барлыҡҡа килә.

Урмансылар иген үҫтерә, мул уңыш ала башлай. Яңы эш бик ҡыҙыҡлы булып сыға. Ауыл хужалығы предприятиеһының тәжрибәле агрономы юғары уңыш алыу серҙәре менән уртаҡлаша. Таһир иһә башкөллө уҡыуға сума, һәр нәмәне тамырынан өйрәнә. “Урал-Тау”ҙың генераль директоры үҙенең бер төркөм белгестәре менән баҫыуҙарға минераль ашламаларҙы сығарып ҡына ҡалмаҫҡа, башта белгес-ғалимдарҙы тыңларға ҡарар итә. Тәжрибәле аграрийҙар тупраҡты тикшерә, тәҡдимдәрен индерә. Нигеҙҙә, элиталы, суперэлиталы һәм юғары класлы орлоҡ сәсәләр. Иҫке техниканы сафтан сығарып, өр-яңы юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алалар. Уңыш артып ҡына ҡалмай, ә игендең сифаты ла яҡшы яҡҡа үҙгәрә.

“Балаға... мал аҙығы?!”

“Урал-Тау”ҙың баҫыуҙары “Рәсәй” колхозы, “Михайловка” ауыл хужалығы пред­приятиеһы, Өлкөндө ауылы фермерҙарының ере менән сиктәш. Тәүгеләрҙән булып “Рәсәй”ҙәр “Урал-Тау”ға ҡушылырға теләк белдерә. Сусҡасылыҡ комплексы начальнигы Әдис Шәрипов: “Сусҡасылыҡ комплексын булһа ла ал, бөләбеҙ бит! Ни бары 200 баш ҡалды...” — тигәс, Таһир Зарипов баш тартмай, командаһын йыйып кәңәшләшә лә күршеләрен үҙ ҡанатына һыйындыра. Хәҙер бында алты мең башҡа яҡын ит, ит-сало тоҡомло мал аҫрала. Сусҡаның тәүлегенә уртаса артымы 480 грамға етә, бер инә мал, мәҫәлән, уртаса 33 сусҡа балаһы килтерә. Былтыр 4267 центнер ит һатылған.

“Рәсәй” артынса михайловкалар ҙа “Урал-Тау”ға ҡушылырға теләк белдерә. Һөтсөлөк фермаһының шул саҡтағы мөдире Анатолий Тарасов ярҙам һорап Зариповҡа килә, хәлдең ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген төшөндөрөргә тырыша. Эш тә, аҡса ла юҡ, ҡайһы бер ғаиләләр балаларын нисек туйындырырға белмәй, хатта мал аҙығы ашатҡан. Таһир Ғафар улы Михайловка бүлексәһендә йылҡы һәм һыйыр малын аҫрарға ҡарар итә. Былтыр иһә бында малдарҙың уртаса тәүлек артымы 810 грамға еткән, 3 018 центнер һыйыр ите, 204 центнер йылҡы ите һатылған. Тарасов иһә — әле лә ферма мөдире, тәжрибәле, ышаныслы етәксе.

Һуңғыларҙан булып Өлкөндө фермерҙары “Урал-Тау”ға ҡушыла. Энергияға, яғыулыҡҡа хаҡтың өҙлөкһөҙ артыуы бәләкәй ауыл хужалығы предприятиеларын тамам бөл­гөнлөккә төшөрә. Ситтән килем алғандары ғына эшен дауам итә. Ауыл хужалығы йүнәлешендәге предприятиелар иһә, анығыраҡ әйткәндә, уларҙың ерҙәре “Урал-Тау” биләмәһенә инә.

Ошо ауыл хужалығы предприятиеһының тырышлығы һөҙөмтәһендә районда ташландыҡ ерҙәр юҡ тиерлек. 2018 йылда “Урал-Тау”, 12 470 гектар майҙанға иген, ҡуҙаҡлы һәм майлы культуралар сәсеп, мул уңыш алды. Предприятие агрономының тәҡдиме буйынса ужым арышын, ғәҙәттәгесә, августа түгел, ә июлдә сәстеләр. Ыңғай һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне: сентябрҙә һәр орлоҡ өс-дүрт шытым бирҙе. Предприятие элиталы һәм суперэлиталы орлоҡ туп­ланы. Сусҡалар, һыйыр, йылҡы малы өсөн етерлек күләмдә фураж һалынды. Предприятие эшселәренең һәр ҡайһыһы иген, бесән менән тәьмин ителде. Йәмғиәт район халҡына ла арзан хаҡҡа мал аҙығы һата.

Ауыл хужалығы предприятиеһы бөгөн уңышлы үҫешеүен дауам итә. Ишле мал өсөн заманса биналар һалынған, мал һимертеү майҙансығы, республиканың төньяҡ-көнсығышында берҙән-бер һауын залы асылған. Һөт һауыу күләме лә арта, һәр һыйырҙан уртаса 5195 килограмм аҡ һауып алынған. 629 баш малдың 465-е – һауын һыйыры. Әйткәндәй, бында быҙауҙарға һөт кенә эсерәләр. Йәш мал һаны йыл һайын 95 – 97 процентҡа етә. Һыйырҙарҙы ла, сусҡаны ла яһалма ҡасыралар.

“Урал-Тау”ҙың тағы ла бер ҡеүәтле предприятиеһы иген эшкәртеү менән шөғөлләнә. Әле 157 573 центнер сифатлы иген келәткә һалынған, артып ҡалғаны күрше төбәктәргә һатыла. Бәләкәй икмәкхана, тәүлегенә ике тапҡыр күпереп торған икмәк-ҡалас бешереп, үҙҙәренең “Башаҡҡай” магазинына һатыуға сығара.

“Урал-Тау”ҙа етештерелгән”

Таһир Ғафар улы өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмай. Һөйләшеп, кәңәш­ләш­кәндән һуң, ит комбинаты төҙөргә ҡарар итәләр. Әле иһә ул предприятиела етештерелгәндән тыш халыҡтан ярайһы уҡ ҡиммәт хаҡҡа һатып алынған итте лә эшкәртә. Йыл һайын 600 тоннанан ашыу ит, 400 тонна төрлө ит ризығы һата. Продукцияһы ҡалдығынан ит-һөйәк оно, гранула етештереү цехы асылыу менән сусҡалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡҡа ҡиммәтле сит ил өҫтәмәләренә ихтыяж бөтә. Малға тәбиғи аҙыҡ ашатҡас, иттең сифаты ла яҡшыра.

Ваҡыт үтеү менән предприятие ла нығый бара, яҡшы уңыш-һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бер мәл үҙҙәрендә һөтсөлөк комбинаты асырға ниәт итәләр. Күрше ятҡан Силәбе өлкәһенә ит ризыҡтары сығарғанда Трехгорный ҡалаһында һөт комбинатының һатыуға ҡуйылыуы тураһында ишетеп, шуны һатып алалар. Күп тә үтмәй, район, күрше өлкә халҡын тәбиғи һөт ризыҡтары менән ҡыуандыралар.

Төп ҡиммәт – кеше

“Урал-Тау”ҙар тағы ла бер мөһим бурысты үтәне – уларҙа һәр йәш ғаилә тиерлек предприятие иҫәбенә һалынған өр-яңы күркәм йортта йәшәй. Эш хаҡына автомобиль һатып алыу мөмкинлеге бар. Кредит алырға тура килһә лә, әллә ни ҡурҡып тормайҙар. Йәштәр иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡарай, сөнки үҙ һүҙендә торған, ғәҙел һәм намыҫлы Таһир Зариповҡа ныҡлы ышаналар.

Предприятие эшселәре, белгестәре йыл һайын Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге төрлө ҡалаларға ял итергә юллана. Өлкәндәр иһә шифаханаларҙа, ял йорттарында һаулығын нығыта. “Урал-Тау”ҙың биләмәһенә бер нисә ауыл инә. Хужалыҡ балалар баҡсалары менән мәктәптәрҙе, медицина ойошмаларын, мәҙәни учреждениеларҙы шефлыҡҡа алған, юлдарҙы төҙөкләндереү ҙә улар иңендә.

Арый ауыл биләмәһендә – алты ауыл. Сираттағы осрашыуыбыҙҙа генераль директор менән баҫыуға сыҡтыҡ. Мәрйәмғол ауылы янындағы ҡалҡыулыҡҡа туҡталдыҡ. “Тау аҫтындағы сүплекте күрәһегеҙме?” – тип һораны ул серле итеп. Күреү генә түгел, унан бөтә тирә-йүнгә таралған “хуш еҫ”те лә тоя инем. Эргәһендә бәләкәй генә йылғаһы ла бар.

“Бында ял урыны буласаҡ. Урындағы халыҡ йылға буйында рәхәтләнеп ял итер, – тине Таһир Ғафар улы. – Әле ҡый еҫенән тонсоғабыҙ. Эш былай барһа, йылға ла тиҙҙән ҡороясаҡ. Биләмәне йыйыштырыуҙан ғына файҙа булмаҫ, сүп-сар өйөмдәре тағы барлыҡҡа киләсәк. Был ерҙе тәртипкә килтереп, йорт һалһаҡ һәм ағас ултыртһаҡ, соҡор ҡаҙып, быуа булдырһаҡ, ташландыҡ ер бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Әле Мәрйәмғол һәм Арый халҡы өсөн ике сүплек төҙөй башланыҡ”. Әйткән һүҙендә торҙо етәксе. Әле ул урынды танырлыҡ түгел, тирә-яҡтағы хозурлыҡтан кәйеф күтәрелә, йән һәм тән сихәте арта.

“Урал-Тау” кешеләре итәғәтле, йылмайыусан, тормоштан ҡәнәғәт һәм булдыҡлы. Улар һорауыңа аныҡ һәм ышаныслы яуап бирер, етәкселеккә һылтанмайынса, бар нимәне күрһәтер, сөнки бында бер нәмә лә йәшерен-батырын эшләнмәй, барыһы ла асыҡтан-асыҡ. Механизаторҙар техниканы һаҡлауға ҡуйған, әле ял итәләр. Мал ҡышлатыу ҙа уңышлы бара. Борсолорға урын юҡ. Етештереү алдынғыларын тәбрикләнеләр, берәү ҙә бүләкһеҙ, награ­даһыҙ ҡалманы. 2018 йылда ауыл хужалығы, иң алдынғы предприятиеларҙың береһе булараҡ, юғары наградаға – Башҡортостан Хөкүмәте дипломына лайыҡ булды.

Әлбиттә, “Урал-Тау”ҙы ҡыйынлыҡтар ҙа урап үтмәй, әммә берҙәм булғандарҙы улар һис ҡурҡытмай.


Вернуться назад