“Башҡортостанда бизнес үҙен яҡшы тойорға тейеш, уға хөрмәт менән ҡарарға, ҡәҙерләргә кәрәк”, – тип белдерҙе бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәктең эшҡыуарҙары менән “Бизнес-клуб” форматында ойошторолған сарала.Ул тәүҙә йүнселдәрҙең продукциялары һәм хеҙмәттәре күргәҙмәһен ҡараны.
“Республикабыҙҙа ниҙер булдырырға, фәнгә ынтылыш барлығы һөйөндөрә, – тине Радий Фәрит улы. – Үҙ башланғысығыҙҙы етештереү кимәленә еткереүегеҙ маҡтауға лайыҡ”.
Етәксе төбәгебеҙҙә бер нисә йыл рәттән инвестиция йәһәтенән әүҙемлек кәмеүен дә билдәләне, был хәлдең яйға һалынасағын белдерҙе. “Муниципалитеттар, ведомстволар етәкселәре иҡтисадтың, тотош социаль тормоштоң эшҡыуарҙар ҡулында икәнен аңларға тейеш”, – тине ул.