"Ҡанатлы" быҙауҙар тыуған05.02.2019
Балтас районында була был хәл. Мағашлы – Алмантай ауылы фермаһында быҙауҙар "ҡанатлана" башлаған. Тәүҙә ете үгеҙ ғәйеп булған. Полиция бүлегенә мөрәжәғәт иткәс, шул асыҡлана. Баҡтиһәң, ошондағы ветеринар анһат ҡына кәсепкә күскән. Ул быҙауҙарҙы күрше район кешеләренә һатҡан. Нәфсеһенә баш була алмаған әҙәм тағы ла бер быҙауҙы алып ҡайтып, һарайына йәшереп ҡуя. Фермаға килгән дөйөм зыян 180 000 мең һумдан ашыу тәшкил иткән.

Уғрыға енәйәт эше ҡуҙғатылған.





Вернуться назад