Автобусты “аҡыллы туҡталыш”та көтәсәкбеҙ05.02.2019
Автобусты “аҡыллы туҡталыш”та көтәсәкбеҙӨфө хакимиәте бинаһында баш ҡалалағы йәмәғәт транспортындағы хәлгә арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелеүе тураһында гәзитебеҙҙең сайтында хәбәр иткәйнек инде. Эреле-ваҡлы һәм төрлө милеккә ҡараған автобустарҙың хеҙмәтләндереүендәге тәртипһеҙлек, уның замандан артта ҡалыуы күптән инде дәүләт һәм муниципаль властарҙың башын ауырттырған проблемаға әйләнгән. Ниндәй үҙгәрештәр булыр был тармаҡта?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барған сарала республика парламенты һәм Өфө ҡала советы депутаттары ҡатнашты. Көн тәртибенә йәмәғәтселек транспортын үҫтереү буйынса 2008 йылда уҡ ҡабул ителгән һәм һуңғы йылдарҙа ни өсөндөр иғтибарҙан төшөп ҡала яҙған республика Законының үтәлеше тураһындағы мәсьәлә ҡуйылғайны. Ошо мәсьәлә буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышында халыҡты йәмәғәт транспорты менән хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү маҡсаты ҡуйылғайны. Эш төркөмөнә төрлө кимәлдәге депутаттар, республика Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт вәкилдәре, прокуратура, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ойошмаларҙың белгестәре инә.

Әлеге ултырышта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Андрей Федосовтың сығышынан күрене­үенсә, төп иғтибар ҡала маршруттарында пассажирҙар ташыусы автобустарҙы яңыртыуға, уларҙың рәсми нигеҙҙә эшләүенә генә түгел, ә пассажирҙарҙың ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүенә, туҡталыштарҙа халыҡты транспорттың йөрөшө буйынса төрлө мәғлүмәттәр менән тәьмин итергә һәләтле “аҡыллы”, йәғни инновациялы, павильондар ҡуйыуға ла йүнәлтеләсәк.

– Был ҡаралған өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләһе артабан да республика парламентының контролендә торасаҡ, беҙ был йүнәлештә Өфөгә һәм башҡа муниципалитеттарға ярҙам итергә әҙербеҙ, берлектәге эшебеҙҙең төп маҡсаты – граждандарға транспорт хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.


Вернуться назад