Малсылыҡҡа, үҫемлекселеккә нәҡ ауылда тыуып үҫеп, яҙмышын ер менән бәйләргә батырсылыҡ иткән егеттәр генә тотона ул. Ауыр, яуаплы эш ялҡауҙарҙы үҙ итмәй, был тармаҡты уңғандар ғына һайлай, минеңсә. Краснокама районы Мажар ауылынан Рөстәм Шакиров — ана шундай йүнсел фермерҙарҙың береһе. 2012 йылда ул тыуған ауылында һис икеләнеүһеҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә һәм бөгөн уңышлы эшмәкәрлек алып бара.
Рөстәм Наил улы бер йылдан һуң дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Күрһәтелгән ярҙамға ул, элекке “Игенсе” колхозының буш торған һөтсөлөк фермаларын һатып алып, ремонт үткәрә, заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра, ялан кәртәләр төҙөп, силос соҡорҙары булдыра. Тәүҙә уңған егет Дүртөйлө районынан 20 баш тоҡомло тана һатып ала. Эште башлап ебәреү ҡыйынға тура килә, әммә бирешмәй Рөстәм: мал һанын ишәйтеү маҡсатын ҡуйып, шуға ярашлы эшләргә һәм уңыш алырға өйрәнә. Шәхси хужалығындағы техникаһы тәүге ваҡытта ҙур таяныс була, аҙаҡ яйлап иҫкеләре янына яңылары ла өҫтәлә.
Был эшкә тотоноп киткәнсе Рөстәм Шакиров нефть эшкәртеү тармағында хеҙмәт сынығыуы үтә, әммә, ҡыҫҡартылыуға эләгеп, хеҙмәт урынын ҡалдырырға тура килә. “Ғаиләне нисек тә булһа ҡарарға кәрәк, аҡсаны берәү ҙә килтереп бирмәҫ, тип уйлап, атай-әсәйем менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙемде малсылыҡта һынап ҡарарға булдым, — ти Рөстәм Наил улы. — Тәүҙә Себергә сығып китергә лә уйлағайным. Яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләттән ярҙам бүленеүен ишетеп, Себергә китеү уйынан туҡтап ҡалдым. Шөкөр, үкенмәйем: бөгөн хеҙмәтем ҡыуаныс та, табыш та килтерә”.
Бөгөн фермер 200 гектарға яҡын ерҙе эшкәртә. Малға ашатыу өсөн күп йыллыҡ үләндәр сәсә, иген культуралары ла үҫтерә. Киләсәктә мал һанын ишәйтеүҙе, ер майҙанын арттырыуҙы ниәтләй фермер.
Хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡомло 80 баштан ашыу һыйыр малы аҫрала, бынан тыш, йылҡыһы ла бар. Көнөнә 300 литрҙан ашыу һөт һауалар, әҙер продукция Илеш һөт комбинатына оҙатыла. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола. Ғөмүмән, Рөстәм Наил улы был тармаҡты бик отошло һанай, сөнки баҙарҙа иткә, һөткә ихтыяж бар.
Әле хужалыҡта мал ҡышлатыу уңышлы бара. Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ, фермерға ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары һәр саҡ ярҙамға килә икән. Атаһы Наил ағай ғүмер буйы колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн ул — улына тоғро ярҙамсы, оло кәңәшсе. Әйткәндәй, фермер өс ауылдашына эш урыны булдырған.
— Уңған, тырыштарҙы ихтирам итәм, уларҙың хеҙмәтен баһаларға тырышам. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси ихатаһында мал тотоусылар бесән-һалам менән тәьмин ителә, — ти фермер.