Етәксеһе уңған икән, хужалыҡ та алда05.02.2019
Уларҙың эш көнө таң менән башлана.

Бынан 30 йылдан ашыу элек Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, Краснокама яҡтарына йүнәлтмә буйынса эшкә килгән Илеш егете Рифҡәт Хәтмуллин бер нисә ауылды берләштергән “Алға” хужалығына етәкселек итә. Төбәктә Рифҡәт ағайҙың ауыл халҡы араһында абруйы көслө, олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә уны.

– Ауыл эшсәндәре менән донъя йөгөн бер булып тартҡанда ғына ниндәйҙер уңыш-ҡаҙаныштарға өлгә­шергә мөмкин, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәт­кәре Рифҡәт Ҡәүей улы. — Шөкөр, мин уларҙан уңдым, тырыш, эш һөйөүсән булыуҙары ҡыуандыра. Ялҡауҙарға беҙҙә урын юҡ. Илке-һалҡылыҡ — беҙҙең өсөн ят күренеш.

“Алға” тоҡомсолоҡ заводы төбәктә һөт, ит етештереү буйынса алдынғы урында. “500 ферма” програм­ма­һы­на инеп, Хөкүмәттән бүленгән аҡса­ны маҡсатлы ҡулланып, совет осоронда төҙөлгән иҫке биналарҙы бө­төнләй һүтеп ташлап, ишле мал һый­ҙырышлы заманса фермалар һалған­дар, быҙауҙарға ла айырым бина булдырғандар. Бында төҙөлөш әле лә туҡтағаны юҡ, яңы фермалар, биналар сафҡа индерелә, силос, сенаж соҡорҙары яңыртыла. Биналарҙы танымаҫһың да: пластик тәҙрәләр, аҙыҡ өҫтәле, автоматлаштырылған һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урын­лаш­тырылған. “Хозяин” аҙыҡ тарат­ҡысы бер нисә кешенең хеҙмәтен алмаштыра.

Элек ауылдан сығып киткән йәш­тәрҙең күбеһе ҡалала тороп ҡалһа, шун­да эшкә урынлашһа, бөгөн уңай­лы эш һәм көнкүреш шарттары бул­дырылғас, юғары уҡыу йортон тамамлап, хужалыҡҡа ҡайтыусылар һаны арта бара икән.

Әйткәндәй, бөгөн “Алға”ла 13 ауылдан 150-гә яҡын кеше эшләй. Ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә тырышып хеҙмәт итә, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ һиҙелмәй. Эш һорап килеүселәр етерлек, сөнки етәкселек тарафынан һәр кемгә иғтибар ҙа, ихтирам да бар. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, 18 мең һумдан кәм алмайҙар. Шәхси ихатаһында мал тотоусыларға ла бында тир түгеү күпкә уңайлы: кәрәк икән бесәнен, һаламын яҙҙырып ал, фуражын да йәлләмәйҙәр. Быҙаулата алырға теләһәң – рәхим ит.

Шуны ла билдәләп үтеү зарур: ауылға эшкә ҡайтыусыларға уңайлы шарттары булған йорттар бирелә. Киләсәктә етәкселек махсус белемле белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн был тәңгәлдә эште әүҙемләштерергә ниәт­ләй. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы нигеҙендә бөгөн күп кенә йәш ғаилә­ләр торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Хужалыҡтың малы ишле, әле ҡара-сыбар тоҡомло ике меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала, шуның 700-ө — һауын һыйыры. Көн һайын Бәләбәй һөт заводына һигеҙ тонна юғары сортлы һөт оҙаталар. Көтөүҙе яңы таналар менән тулыландырыу эше лә уңышлы алып барыла. Бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған — Галина Киҙенбаева менән Ләйсән Закарина үҙ эштәрен намыҫлы башҡара.

Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, йыл һайын үҙҙәре лә мал һатып, хужалыҡ кассаһын тулыландыра. Ит һатыуҙан да төшөм һәйбәт килә. Ауыл хужалығы техникаһына ла бында ҡытлыҡ кисермәйҙәр, уларҙы яңыртыу өсөн аҡса йәлләмәйҙәр. Техникалары һәр саҡ төҙөк, иҫкеһен ремонтлап торалар. Әле яҙға иртә, әммә оҫтаха­наларҙа баҫыу эштәренә әҙерлек Яңы йыл байрамынан һуң уҡ башланған.
Хужалыҡта мал ҡышлатыу осоро ойошҡан бара. Шөкөр, йәй-көҙ айҙа­рында ике йылға етерлек мал аҙығы хәстәрләп, миндек йыйыу ойоштор­ғандар. Әле ылыҫлы ағастарҙан миндек әҙерләп, малдарға бирәләр.

Малсыларҙың эш көнө иртә таңдан башланып, һуң ғына тамамлана, әммә һәр кем бурысын еренә еткереп башҡара.
Ауыл бөтөнләй юғалып ҡуймаһын өсөн, Рифҡәт Ҡәүей улы уның социаль хәлен яҡшыртыуға ҙур көс һала. Урамдарға асфальт юл һалыу, һыу колонкаларын ремонтлау, бағана­ларға лампочка ҡуйыу кеүек ваҡ мәсьәләләрҙе лә үҙе хәл итә. Ауылдарҙа эшләгән мәҙәниәт һарайы, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә халыҡ­тың, ялға ҡайтҡан йәштәрҙең мәҙәни тормошона ниндәйҙер яңылыҡ индереү өсөн тырыша.


Вернуться назад