Итальяндар – беҙҙән, беҙ – уларҙан04.02.2019
Башҡортостан дәүләт аграр университетының биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультеты студенттары Италияның Болонья университетында стажировка үтәсәк. Үҙ сиратында Италия студенттары бер семестр дауамында беҙҙең аграр уҡыу йортонда белемен камиллаштырасаҡ.

Ошо хаҡтағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыу тантанаһында Болонья университетының Ветеринар медицина мәктәбе профессоры Марк Тассинари, “АгроҺаҡмар Башҡортостан” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Вальтер Борио, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, Республика ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, шулай уҡ ветеринария белгестәре Нарделла Пьетро һәм Рушан Вәхитов ҡатнашты. Килешеү биш йылға иҫәпләнгән.



Вернуться назад