Өлгөрәһеңме?04.02.2019
“Бөгөн хеҙмәт баҙары өр-яңы компетенция талап итә, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығы тиҙ иҫкерә. Шуға күрә мәғариф системаһының да, кешеләрҙең дә үҙгәрештәр артынан өлгөрөүе шарт, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Конгресс-холда “Хеҙмәт баҙарының киләсәге” халыҡ-ара форумының пленар ултырышын асып.

Уның әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына ҙур иғтибар бирергә кәрәк, сөнки нәҡ сәләмәт һәм бәхетле кеше хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн ҙур ҡеүәтте тәшкил итә.

Республика етәксеһе Башҡортостандың мотлаҡ медицина страховкалауы тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү башланғысын тәҡдим итеүе тураһында һөйләне. Унда хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген яҡшыраҡ хәстәрләһендәр өсөн эш биреүселәрҙе дәртләндереү алымдары тәҡдим ителә.




Вернуться назад