Бөгөн Рәсәйҙә Лифтсылар көнө билдәләнә. Был дата юҡтан ғына һайланмаған: бер нисә тиҫтә йыл элек тап 1 февралдә Хөкүмәт тарафынан “Лифт етештереүҙе ойоштороу тураһында” закон ҡабул ителә. Шул ваҡыттан, СССР заманынан, тәбрикләйҙәр был һөнәр эйәләрен.Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1948 йыл тирәһендә, дәүләт алдына күп ҡатлы йорттар төҙөү, уларҙы лифт менән йыһазландырыу мәсьәләһе килеп баҫа. Емереклектәрҙе бөтөрөп, халыҡтың күңелендә йәшәүгә ынтылышты арттырыу, уларға уңайлы тормош шарттары тыуҙырыу маҡсатына ярашлы тыуа был бурыс.
Хәҙер инде ҡалалар тормошон лифтһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Был ҡоролманы төҙөгән, аҙаҡ эшмәкәрлеген контролдә тотоп, көйләп торған һөнәр эйәләренең хеҙмәтенә ихтыяж, һиҙелмәһә лә, ҙур. Ҡоролма сафтан сыҡҡанда айырыуса ныҡ беленә ул.
Республикабыҙҙа лифт бизнесы йылдан-йыл үҫә. Элек, мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙа ҡоролманы монтажлау буйынса бер генә ойошма эшләһә, хәҙер ошо йүнәлештәге шәхси предприятиелар артҡандан-арта бара.
Араларында, мәҫәлән, “Уралстроймашсервис” ойошмаһы (етәксеһе – Дмитрий Елисеев) – алдынғылар рәтендә. Унда хеҙмәт иткән егеттәр әле Өфөнөң үҙәгендә ҡалҡып килгән “Аристократ” элиталы торлаҡ комплексы йорттарына заманса лифттар ҡуя.
“Барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе байрам менән!” – тип сәләм еткерә улар.