Ишембайҙың иҡтисади ҡеүәтен билдәләп01.02.2019
Сираттағы “Инвестиция сәғәте”ндә билдәле булыуынса, республикала махсус иҡтисади зона барлыҡҡа киләсәк. Уны Ишембайҙа булдырыу күҙаллана.

Был районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән 49 йыл дауамында айырым режим ғәмәлдә буласаҡ. Рәсәйҙә ундай зоналар – 25.

Республиканың иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Сергей Новиков әйтеүенсә, Ишембайҙа бай тәбиғәт ресурстары, һөнәри белгестәр, әҙер транспорт инфраструктураһы менән тәьмин ителгән ҡеүәтле сәнәғәт комплексы буласаҡ.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров проектты хупланы һәм Рәсәй Хөкүмәтенә заявка биреүҙе тиҙләтергә, инвесторҙар эҙләй башларға ҡушты.


Вернуться назад