Ишембай районында махсус иҡтисади зона булдырмаҡсылар. Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков “Инвестиция сәғәте”ндә уның проекты менән таныштырҙы.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, районда бай тәбиғәт ресурстарына, һөнәри кадрҙарға һәм әҙер транспорт инфраструктураһына эйә булған ҡеүәтле сәнәғәт комплексы төҙөләсәк.
– Проекттың нигеҙенә Татарстандағы “Алабуға” иҡтисади зонаһын ойоштороу өлгөһө һалынасаҡ. Республикабыҙ делегацияһы ошо көндәрҙә күршеләргә тәжрибә өйрәнергә юллана, – тине министр.
Төбәк етәксеһе махсус иҡтисади зона булдырыу идеяһын хупланы, Рәсәй Хөкүмәтенә ғариза тапшырыуҙы тиҙләтергә һәм инвесторҙар эҙләй башларға ҡушты.