Уҡыйым тип торған фермерҙар барҙа...31.01.2019
Ит етештереү менән шөғөлләнгән Башҡортостан аграрийҙары тиҙҙән ошо йүнәләштәге бизнес мәктәбендә уҡый башлаясаҡ. Дәресте Италияның “Gruppo Cremonini” тигән компанияһы һәм Болонский университеты вәкилдәре үткәрә. Был хаҡта килешеү Италия делегацияһының республикабыҙға сәфәре барышында төҙөлдө.

“Беҙ Башҡортостанда ошо йүнәлеште үҫтереүҙең ҙур мөмкинлектәрен күрәбеҙ, – тине Болоский университетының Ветеринар медицина мәктәбе профессоры Марк Тассинари. – Бында тәбиғәт-климат шарттары һәйбәт, аграр университеттың яҡшы уҡыу базаһы булдырылған, белем алырға теләгән фермерҙар бар. Беҙ малды дөрөҫ тәрбиәләргә, туҡландырырға ҙур ҡәнәғәтлек менән өйрәтәсәкбеҙ”.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, әлеге килешеү нигеҙендә ветеринария өлкәһе белгестәрен, студенттар, аспиранттар, уҡытыусылар өсөн стажировка һәм практика программаларын бергәләп әҙерләү, малды ҡарауҙың, туҡландырыуҙың яңы технологияларын булдырыу буйынса берҙәм ғилми тикшеренеүҙәр, консультациялар алып барыу ҡарала.


Вернуться назад