Быйыл Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум йәлеп итеү буйынса эш бара. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин белдерҙе.“Беҙҙең эш төркөмө Рәсәйҙең транспорт системаһын үҫтереү программалары буйынса аҡса йәлеп итеү менән шөғөлләнә”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров иһә февраль уртаһында Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән осрашасағын белдерҙе.
“Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлының киләсәге хаҡында һөйләшәсәкбеҙ”, – тине етәксе. Унан: “Качкаев заманында быны уйлап сығарған, “ҡаҙып” бөтмәгән, беҙгә ҡалдырған һәм депутатлыҡҡа “ҡасҡан”, – тип шаяртып өҫтәп ҡуйҙы.
Ошо проекттан, “Көньяҡ” күперен яңыртыу, ауылдарға юлдар төҙөүҙән тыш, Башҡортостандан һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары өҫтәмә рәүештә ун республика объектын Юл инфраструктураһын үҫтереүҙең комплекслы планына индереү мәсьәләһен тикшерҙе.