Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы” иҡтисади форумы хәҙер йыл һайын уҙғарыласаҡ. Башҡортостан етәксеһе ҡалалағы эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең ошо туралағы тәҡдимен хуплап сыҡты.
“Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы ултырышы нигеҙендә урындағы йүнселдәр менән осрашыуҙа Радий Хәбиров, әле республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү институттары бик күп һәм тарҡау, уларҙы һәр ваҡытта ла һөҙөмтәле тип әйтеп булмай, шуға күрә киләсәктә уларҙың системаһы аныҡ структураларға бүленәсәк, тип белдерҙе.
– Бизнес берләшмәһе менән мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ ҡормаһаҡ, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең артабанғы үҫеш мөмкинлеге сикләнәсәк, – тине ул. – Башҡортостанда ирекле һәм ышаныслы эш шарттары тыуҙырырға теләйем.
“Эшлекле Рәсәй” ойошмаһының рәйестәше Андрей Назаров Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экологик зыянын “локализация” алымы менән ҡапларға, ҡалалағы предприятиеларға һәм йүнселдәргә комбинат, уның Сибай филиалы менән эшләү мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте.