14,2 миллиард һум үҙләштерелмәгән30.01.2019
14,2 миллиард һум үҙләштерелмәгән2018 йылға Башҡортостан ҡаҙнаһында 700 миллион һум федераль аҡса һәм 13,5 миллиард һум республика аҡсаһы үҙләштерелмәй ҡалған. Сығым буйынса йыллыҡ план 93 процентҡа үтәлгән.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғти­самова ошо турала белдерҙе. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль түләүҙәрҙе алыусылар һаны кәмегәнгә күрә 248,3 миллион һумды үҙләштереп еткермәгән. Мәғариф министрлығы иһә яслела өҫтәмә урындар булдырыуға бүленгән һәм йыл аҙағында ғына килеп еткән 168 миллион һумды федераль ҡаҙнаға кире ҡайтарасаҡ. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына иһә ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә алынған 32 миллион һумды ҡаҙнаға кире тапшырырға тура киләсәк. Түләү күләме 18 квадрат метрлыҡ майҙанға бәйләнеү сәбәпле, был аҡсаға айырым фатир һатып алып булмай, аҡса үҙләштерелмәй ҡалған. Финанс ми­нистр­лығы етәксеһе фекеренсә, бында иҫәп-хисап алымын үҙгәртергә кәрәк.

Республика ҡаҙнаһындағы файҙала­нылмаған аҡсаға килгәндә адреслы республика инвестиция программаһы һәм Юл фонды программалары буйынса артта ҡалыу күҙәтелә. Был өлкәлә йыллыҡ пландың ни бары 66 проценты ғына (13 миллиард һум) үҙләштерелгән. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында тәүге бала тыуғанда түләнә торған аҡсаның яртыһы — бер миллиард һумдың 532 миллион һумы ҡалған. Ул быйылға күсәсәк. Етемдәр өсөн торлаҡ һатып алыуға бүленгән 163,8 миллион һум да файҙаланылмай ҡалған.

Лира Иғтисамова әйтеүенсә, аҡсаны үҙләштермәүҙең төп сәбәбе финанс­лауҙың йыл дауамында тигеҙ бүлен­мәүе. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Хөкүмәт ведомстволарға бюджетты үҙләштереүҙең һәр айға бүленгән планын төҙөргә ҡушты.


Вернуться назад