Беҙҙең иген ҡайҙа китә?29.01.2019
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында район хакимиәттәре башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре өсөн “Агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу. Аҡыллы ауыл хужалығы” темаһы буйынса стратегик сессия башланды. Ул биш көн дауам итәсәк.

Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. Ул ауыл хужалығында бөгөн күләм түгел, ә һөҙөмтәлелек, сифат мөһим булыуын белдерҙе.

Етәксе билдәләүенсә, ауыл хужалығы тауарҙарын экспортҡа сығарыу ҙа алдынғы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ул тәү сиратта крәҫтиәнгә артабан үҫеүгә ынтылыш, этәргес бирәсәк.

Әйткәндәй, был йүнәлеш буйынса ыңғай һөҙөмтә бар. Мәҫәлән, былтыр республиканан тимер юлы аша ғына 600 мең тонна иген сығарылған, уларҙың яртыһы экспортҡа киткән. Был иһә 2017 йыл менән сағыштырғанда биш тапҡыр күп.


Вернуться назад