Агрономға ҡыш та ял юҡ29.01.2019
Башҡортостан дәүләт аграр университетында агрономдарҙың, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәренең квалификацияһын күтәреү буйынса курстар тамамланды.

Көйөргәҙеләрҙең һигеҙ кешенән торған делегацияһы быйыл да ҙур теләк менән “1000 агроном” программаһында ҡатнашты. Бер аҙна буйына ауыл хужалығы белгестәре Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Һамар, Краснодар һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ғалим һәм белгестәрҙең сығышын тыңланы. Бындай кимәлдәге уҡыуҙар башҡа төбәктәрҙән килгән коллегалар менән осрашырға, кәңәшләшергә, тәжрибә уртаҡлашырға ла ярҙам итә, ти Көйөргәҙе игенселәре.





Вернуться назад