Тауыҡ ниңә ҡыйбат тора?29.01.2019
Ғинуарҙа тауыҡ итенә күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу хаҡтары, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 20 проценттан ашыуға артты, тип хәбәр итә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, былтыр тауыҡ итенең бер тоннаһы 79 мең һум торһа, быйыл ул 117,2 мең һумға етте. Былтыр ҡош киҙеүенән зыян күргән прелприятиеларҙың аяҡҡа баҫыуы менән хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреренә, хаҡтарҙың бер аҙ кәмеренә өмөт тота етәкселәр.


Вернуться назад