“Росагролизинг” былтыр илдә лизинг нигеҙендә мал алыу буйынса иң әүҙем төбәктәрҙең рейтингын билдәләне. Һөҙөмтә был юҫыҡта Башҡортостан иң яҡшылар рәтендә булыуын күрһәтте.
Федераль лизинг аша республика хужалыҡтары 194 миллион һумға 2 800 баш мал алған. Икенсе урында – Рязань өлкәһе (816 баш мал). Уларҙан һуң исемлектә Татарстан, Ульяновск һәм Мәскәү өлкәләре килә.
Ауыл хужалығы техникаһы алыу буйынса былтыр Һарытау өлкәһенә тиңләшеүсе булмаған. Төбәк лизинг килешеүе буйынса 378 берәмек ауыл хужалығы машинаһы алған. Ставрополь крайына ла шундай уҡ күләмдә яңы техника килтерелгән.