Республикала ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү башланды.
Ер эшсәндәренә был осорға ете мең тирәһе трактор, ике мең иген йыйыу, 400 берәмек мал аҙығы әҙерләү комбайны, 300 үҙйөрөшлө сапҡыс, йәнә бихисап күләмдә башҡа төр техника һәм ауыл хужалығы ҡорамалдарын ремонтлау хәстәре тора.
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, тағылма ҡорамалдар 1 февралгә тиклем йүнәтелеп бөтөргә тейеш. 1 мартҡа ҡәҙәр барлыҡ ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, ә 25 мартҡа яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙар сафта буласаҡ. Үҙйөрөшлө техниканың билдәләнгән тәртиптә техник күҙәтеү үтеүе зарур.
Әйткәндәй, быйыл техниканы ремонтлау һәм сәсеүгә әҙерләү былтырғыға ҡарағанда йылдамыраҡ тиҙлектә бара. Ә капиталь ремонтлау һәм техниканы яңыртыу хужалыҡтарҙың үҙ базаларында, шулай уҡ махсуслашҡан ремонт предприятиеларында башҡарыла.
Тағы шуныһы мөһим: 2017 йылда республикала Ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиеларының ассоциацияһы ойошторолдо, ул йүнәтеү эше менән мәшғүл булған ойошмаларҙы үҙенә берләштерә, уларҙың эшмәкәрлеген күҙәтә.