Өс тиҫтә йыл элек хәрби шинелен ябай кейемгә алмаштырған запастағы капитан Николай Карпунин, Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ташландыҡ хәлдәге Красный Октябрь ауылына килеп төпләнеп, районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып фермерҙар рәтенә баҫты. Ул күптәр кеүек эшмәкәрлеген бәләкәйҙән – бер нисә гектар ерҙе ҡуртымға алып, йәшелсәселектән башлай. Артабан мал үрсетеүгә тотона.
– Заманында фермерлыҡ эшен башлап ебәрер өсөн бар күңелемде бирҙем, тапҡан-таянғанымды, көсөмдө уны үҫтереүгә һалдым, – ти Николай Карпунин.
Йылдар үтеү менән тәжрибә лә, был эшкә ҡыҙыҡһыныу ҙа арта ғына бара. Йорт, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөй, һыу (хәҙер йылы һыу ҙа бар), электр үткәрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормош көтөү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар була, ҡалаң ары торһон. Фермерҙың бер минут буш ваҡыты булмай, яҙ етеү менән баҡса участкаһын һөрөп йәшелсә сәсеү мәшәҡәттәре, артабан үҫентеләрҙе тәрбиәләү, көҙ уларҙы йыйып алыр мәл етә. Ауыл еренә хас булғанса, башҡа эш-проблемалар ҙа етерлек, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Ә Николай Алексеевич барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Бында, әлбиттә, ваҡытын һәм көсөн дөрөҫ бүлергә мөмкинлек биргән хәрби сынығыуы ярҙамға килә.
Ошо йылдар арауығында Николай Карпунинға үҙ хужалығын киңәйтергә лә мөмкинлек тыуа. Хужалығын уңышлы алып барған фермерға район хакимиәте дәүләт ярҙамын юллап алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа. Фермер был аҡсаға сапҡыс, пресс-йыйғыс, тырма һәм башҡа тағылмалар һатып ала. Хәҙер иһә урып йыйыу өсөн комбайн, сәсеү һәм ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн барлыҡ техникаһы ла үҙенеке.
Әлеге ваҡытта Николай Карпуниндың 140 гектар ере (өс гектарҙан башлаған) бар. Былтыр 15 гектар майҙанда арпа, бойҙай (60 гектар) сәсеп, уңышын йыйып алған. Ҡалған сәсеүлектәрҙе күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары биләгән, көҙҙән 20 гектарҙа ужым арышы бураҙнаға төшөп ятҡан. Ерҙә төрлө йүнәлештә эшләргә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Бәрәңге йыл да бер гектар майҙанда сәселә, бер ни тиклем майҙанды йәшелсә биләй.
Малсылыҡ менән дә шөғөлләнә ул. Һыйыр малы 46 баш булып, 20-һен һауын һыйырҙары тәшкил итә. Һөттө дәүләткә һата, һөт йыйыу машинаһы килеп алып китә. Бәрәстәре менән 40-лап баш һарыҡ та аҫрала фермер хужалығында. Фермерлыҡ эшенә тотонған ваҡытта Н. Карпунин район үҙәге халҡына йәшелсәселек менән шөғөлләнгән кеше булараҡ яҡшы таныш ине. Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә үҙ хужалығында үҫтереп, һатыуға сығарылған һәр төрлө йәшелсәһе, айырыуса эре-эре кәбеҫтәләре халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланды.
Булдыҡлы фермер малды аҫрау өсөн булғанына өҫтәп – һарайҙар, йыйып алынған уңышты һаҡлау өсөн һаҡлағыс төҙөй.