Һыйырҙарҙың да тырнағын киҫәләр29.01.2019
Мәләүез районында иң йәш етәксе, блогер (интернет селтәрендә ул хужалыҡ яңылыҡтары менән даими уртаҡлашып бара), “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы директоры урынбаҫары Илнур Хәлитовтың янып эшләгәненә хайран ҡалырлыҡ. Фермалар буйлап экскурсияла йөрөткәндә, бар эштең уң барғанына һоҡланаһың, ташып торған дәрт-дарманы янындағыларға ла күсә кеүек.

Ул Өфө дәүләт нефть университетын тамамлаған, әммә ауыл хужалығына ҡарата һөйөү хисе өҫтөнлөк ала: атаһы Илдус Тимерхан улы янында эшкә ҡала.

Малсылыҡты тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында, Израилгә барып, фермерлыҡ эшмәкәрлеге менән яҡшылап таныша һәм үҙҙәрендә алдынғы ысулдарҙы ҡуллана башлай. Фермалары, әлбиттә, өлгөлө. Әйткәндәй, Нордовкала быйыл үҙ проекттары буйынса тағы ла 400 баш мал тоторлоҡ ҡура һәм һауын залы булған бина төҙөгәндәр. Һыйырҙар торасаҡ урын, зал тотош автоматлаштырылған, һауынсыларға эш күпкә еңеләйгән.

Малдар йәйге лагерға сығарылмай, урында тотола. Арпа, борсаҡ, һолонан торған сенаж, кукуруз силосы һәм башҡа микроэлементтарға бай аҙыҡты миксерҙа болғатып, махсус техника таратып сыға, шуға ла һөт составы Европа стандарттарына тап килә.

– Килограмын 29 һум менән Бәләбәй һөт комбинатына һатабыҙ, – ти Илнур. Малдың муйынындағы датчиктар аша аппетиттары тураһында ғына түгел, башҡа төр мәғлүмәтте лә алырға була. Ә махсус станокта һыйырҙарҙың тырнағын да киҫәләр һәм спрей менән эшкәртеп тә ҡуялар. Бына һиңә педикюр!

Илнур, Германияла үҙе фермалар буйлап йөрөп, һыйырҙарҙы һайлап алған. Декабрь баштарында – 133 башмаҡ, ә ай урталарында һыйырҙар килтерелә. Яңыраҡ Израилдән белгес килеп, Варварино һөтсөлөк фермаһының яңы ебәрелгән һауын залында һыйыр һөтөндәге май һәм аҡһым күләме буйынса малдарға диагноз ҡуйыу тураһында белеме менән уртаҡлаша.

Илнур Илдус улы ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең һөнәри байрамында республика министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.


Вернуться назад