Өҫтәлмә ярҙам буласаҡ28.01.2019
Өҫтәлмә ярҙам буласаҡБашҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Башҡортостандың моно-ҡалаларын комплекслы үҫтереү” өҫтөнлөклө төбәк программаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Һүҙ өс бәләкәй ҡала – Ағиҙел, Сибай һәм Межгорьеға өҫтәмә дәүләт ярҙамы биреү тураһында бара.

Быға тиклем республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы монопрофиллектең федераль критерийҙарына яуап бирмәгән, ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлле башҡа ҡалаларға ҡарата монобиләмәләргә ярҙам күрһәтеү алымдарына бәйле үҙгәреш индерергә тәҡдим иткәйне. Улар иҫәбенә Ағиҙел, Сибай һәм Межгорье инә.

Был ҡалаларҙы комплеслы программаға индергәс, бындағы инвестиция проекттары күләме 10 миллион һумдан артһа, улар өҫтөнлөклө инвестиция проекттары өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала.

Хәҙер был ҡалалар өсөн ҡала мөхите сифатын үҫтереү, социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәи инфраструктураны үҫтереү ҡаралған.





Вернуться назад