Сит илдә прогрессив үҫешкән малсылығы булған дәүләтте алдынғы тип һанайҙар. Шул уҡ ваҡытта сусҡасылыҡ, малсылыҡ файҙаһыҙ тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә бына Дыуан районының "Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселеге малсылыҡты отошло тармаҡҡа индерә. Бында әле ике меңгә яҡын баш һыйыр малы, 4500 сусҡа, 400-шәр һарыҡ һәм йылҡы бар.
Хужалыҡтың сусҡа комплексы алдынғы, юғары технологиялы предприятиеларҙан һанала. 57 кеше сусҡа үрсетеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнә. Бер инәнән кәмендә 12-13 сусҡа балаһы алалар. Тәжрибәле оло мастерҙар менән бер рәттән әле генә уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр ҙә бында тырышып эшләй. Мәҫәлән, Регина менән Йәмил Абдуллиндар Башҡортостан дәүләт аграр университетының зоотехния факультетын тамамлап, Дыуанға эшкә ҡайтҡан. Икәүһенә лә эш оҡшай, уларҙың торлаҡ мәсьәләһе лә тиҙҙән хәл ителәсәк. Йәмғиәт йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу маҡсатында район үҙәгендә күп ҡатлы фатир төҙөй. Эшкә килергә теләүсе йәштәр бихисап, сөнки уңайлы шарттар тыуҙырылған, хужалыҡта эшселәргә бер ҡасан да ҡытлыҡ булмаясаҡ. Алдынғы эшселәр хужалыҡ иҫәбенә сит ил, Башҡортостан шифаханаларында һаулығын нығыта. Ашханала осһоҙ хаҡҡа ашатыу ҙа ҡаралған, эш урынына автобус алып бара, алып ҡайта.
– Беҙ хеҙмәт һөйгәндәрҙе, уңғандарҙы ихтирам итәбеҙ, уларҙың намыҫлы хеҙмәтен һәр яҡлап баһаларға тырышабыҙ, – ти "Уралтау" хужалығының директор урынбаҫары Артур Әхтәров. – Эш хаҡы һәйбәт, һәр кем биләгән вазифаһына һәм күрһәткестәренә ҡарап, 12-20 мең һум аҡса ала, ә был ауыл ерендә бик яҡшы табыш. Эскелек бәләһе күҙәтелмәй, араҡы менән дуҫ булғандарға ишектәр ябыҡ.
Киләсәктә етәкселек сусҡа һанын тағы ла бер мең башҡа арттырырға уйлай. Яңы биналар төҙөй, иҫкеләрен реконструкциялай. Быйыл яңы ҡаҙанлыҡ сафҡа ингән. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: иҫке ауыл хужалығы техникаһын металлоломға тапшырмайҙар, унан яңы запас частар яһауҙы юлға һалғандар.
Комплекс биләмәһендә ит эшкәртеү цехы ла уңышлы ғына эшләп килә. Сусҡаны махсус йыһазландырылған урында салалар, бының өсөн заманса ҡорамалдар ҡулланыла. Тирене айырып алыу өсөн ҡорамал да бар. Ит эшкәртеү цехында бөтәһе 18 кеше эшләй. Бында ла йәштәр етерлек. Урал Солтанбаев, Ольга Семенованың эшенән етәкселек ҡәнәғәт. Цехта күп төрлө колбаса, ярымфабрикаттар етештерәләр, сало ыҫлайҙар. Әҙер продукция район ауылдарына ғына түгел, күрше райондарға, өлкәләргә оҙатыла. Бынан тыш, яңыраҡ ҡына асылған шашлыҡ өсөн күмер етештереү цехы ла хужалыҡҡа ярайһы ғына табыш килтерә.
Тырыштар, уңғандар һәм бөтмөрҙәр эшләй бында. Тиндән һум яһарға өйрәнгән етәкселәре булғанда, эш тип янған һәм көйгән эшселәре барҙа, хужалыҡ гел алдынғылар рәтендә булыр киләсәктә лә.
Самат ҒӘЛИН
Дыуан районы.