Хәҙер ҡаймаҡ, ҡатыҡ кеүек ризыҡ эшләп сығарыу менән кемдәр генә һәм ҡайҙа ғына шөғөлләнмәй. Ләкин “Тәтешле май заводы” муниципаль унитар предприятиеһы етди конкуренция шарттарында ла юғалып ҡалмай, үҙ йүнәлешенән тайпылмай.
Бөгөн һатып алыусылар даирәһе шаҡтай ҙур һәм талапсан. Шуға ла сифатҡа айырыуса ныҡлы иғтибар бирелә. Май заводының үҙ лабораторияһы бар. Унда һөттөң таҙалығын, майлылығын ғына билдәләп ҡалмай, ә продукция эшләгәндә ҡулланыла торған өҫтәмәләрҙең сифатын да тикшерәләр, етештереү технологияһының теүәл һаҡланыуын күҙәтәләр. Һөт ризыҡтары һыуытҡыс камераларҙа туҡталып тормай, шунда уҡ ҡулланыусыларға оҙатыла. Өфө, Нефтекама, Яңауыл, Бөрө, Балтаста һәм башҡа урындарҙа завод продукцияһын “һә” тигәнсе алып бөтәләр.
Тәтешле май заводында киләсәккә ҡарап эшләйҙәр, йәшәйҙәр. Ҡырҡ бер кешене берләштергән коллективтың хеҙмәт күрһәткестәре яҡшыра, етештереү ҡеүәте арта бара. Эшселәр менән һөйләшкәндә, улар эш шарттарынан, хеҙмәт хаҡынан ҡәнәғәт булыуҙарын билдәләне. Өҫтәлдәрҙән үҙҙәрендә эшләнгән һөт ризыҡтарының өҙөлөп тормауына халыҡ та бик шат.
— Төбәктә продукция етештереү йылдан-йыл арта, — тип һөйләй директор Әмирйән Нурисламов. — Ҡайһы бер хужалыҡтарҙың техника ҡыуып, юҡҡа яғыулыҡ яндырып, тигәндәй, һигеҙ-туғыҙ феләк ташып йөрөгән замандары күптән артта ҡалды инде. Былтыр ауыл хужалығы предприятиеларынан 17589 тонна, халыҡтан 1912 тонна һөт ҡабул иттек.
Һөт ризыҡтары әҙерләү цехында эш йыл әйләнәһенә бара. Былтыр 49 тонна ҡатыҡ, 33 тонна кефир, 17 тонна ҡаймаҡ, 7 тонна эремсек етештерелгән, 914 тонна һөт пастеризацияланған. Һөт аҙыҡтары һәр көн һатыуға сығарыла.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Тәтешле районы.