Малға бесән кем һала? Робот!23.01.2019
Ошо фоторәсемдәге робот Әбйәлил районының «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы фермаһында эшләй. Түгелеп-сәселеп ятҡан аҙыҡты малдарҙың алдындағы һауыттарға яҡынайтып этеп йөрөй ул.

Бында роботлаштырылған ферма төҙөү буйынса 479 миллион һумлыҡ өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 800 баштан ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы һатып алыу күҙаллана. Уларҙы робот аппараттар һауасаҡ, тиҙәген дә шундай машиналар таҙартып торасаҡ.




Вернуться назад